

Дүртөйлө районының дежур часы автомобилгә ориентировканы бөтә постарға, патрулдәргә тарата. ЮХХДИ-ның айырым батальоны хеҙмәткәрҙәре, полицияның өлкән лейтенанты Илнур Ғилметдинов менән полиция лейтенанты Илнур Хафизов таксистың машинаһын Манъяҙыбаш ауылы янында таба. Полиция хеҙмәткәрҙәрен күреп, авто водителе ҡасырға маташа. Инспекторҙар уны ҡыуа башлай. Ауыл ситендәге бер боролошта такси юлдан осоп, бағанаға бәрелә.
Инспекторҙар ике ирҙе ҡулға ала. Уларҙың береһе яраланған була. Уның өсөн "Тиҙ ярҙам" саҡыралар. Тиҙҙән тәфтиш-оператив төркөм дә килеп етә.
Асыҡланыуынса, водитель – Дүртөйлө районынан 27 йәшлек ир - кешегә үлтереү менән янағаны, урлашҡаны өсөн хөкөм ителгән, пассажир – уның 56 йәшлек ауылдашы - урлашҡаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре такси хужаһын, Дүртөйлө районынан 57 йәшлек ирҙе, эҙләүгә тотона. Уның үле кәүҙәһен күрше Саҡмағош районында йырында табалар (хеҙмәттәше таксистың машинаһын шул тирәлә күрә лә инде).
Тәфтиш асыҡлағанса, ике ир араҡы һатып алыр өсөн таксисты таларға план ҡора.
Күкҡуян ауылына такси саҡыртып, Саҡмағош районына юлланғас, улар пландарын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Әммә водитель, пассажирҙарҙың уй-ниәттәрен һиҙгәндәй, береһенең ҡулында бау күреп ҡалып, клиенттарҙы трассала ҡалдырып китеп бара. Шунда енәйәтселәр икенсе таксисты саҡырта. Был юлы 57 йәшлек ир килә. Шофер уларҙы яҡындағы магазинға алып китә. Юлда пассажирҙарҙың береһе водителдең башына һуға. Таксист иҫен юғалта.
Бер аҙҙан ул иҫенә килә - уны машинаның артҡы ултырғысына күсереп һалған булалар. Таксист яуыздарға ҡаршылашырға тырыша. Һуғышҡанда таксист менән уға һөжүм итеүсе ирҙәрҙең береһе юл ситендәге йырынға тәгәрәйҙәр. Шунда таксист кеҫәһендә ятҡан бысаҡ менән 27 йәшлек ирҙе яралай. Әммә йәш иргә көсө етмәй. Яралы йәш ир таксисты үлтерә.
Әлеге ваҡытта 27 йәшлек ир дауаханала. Уның 56 йәшлек иптәше ҡулға алынған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.