+21 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар

Акция 8 октябргә тиклем дауам итә

Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ауыл халҡы өсөн бик мөһим булған яңылыҡ менән бүлеште: ошо көндәрҙә улар “һаулыҡ поездарында” яҡшы диагностик ҡорамалдарҙа үҙ һаулығын тикшереп ҡарай аласаҡ.

Акция 8 октябргә тиклем дауам итә

— Беҙҙең “һаулыҡ поездары” Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә. Ошо көндәрҙә иң яҡшы табиптар бик шәп диагностик ҡорамалда Благовещен, Мәсетле, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары халҡын тикшерәсәк, —тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. — Халыҡты терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр ҡабул итәсәк.  

Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, республикала докторҙар 43 меңдән ашыуыраҡ кешене тикшергән дә инде. Онкология, диабет, туберкулез, йөрәк-ҡан тамырҙары кеүек сирҙәр асыҡланған. Иң мөһиме — республика халҡын ваҡытында дауалау, сөнки башланғыс стадиялағы ауырыуҙарҙы дауалау ғүмерҙәрҙе һаҡларға форсат бирә.

— Ауыл халҡы әйтеүенсә, ҡалаға барып, һаулыҡты тикшерергә ваҡыт юҡ, хужалыҡ эштәре бушатмай, —тип яҙа Радий Хәбиров. —Шуға ла “һаулыҡ поездарында” уларҙы бик ныҡ көтәләр.

Был акция 8 октябргә тиклем дауам итә.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/381984/

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова