+21 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар

Республика менән идара итеү үҙәге: Аҙна йомғаҡтары

Коронавирустан прививка темаһына мөрәжәғәттәр һаны һаманғаса күп: 12-18 июлдә «Инцидент-менеджмент» һәм кире бәйләнеш платформаһында вакцинация темаһына 1 773 хәбәр һәм комментарий теркәлгән.

Республика менән идара итеү үҙәге: Аҙна йомғаҡтары

Мөрәжәғәттәр һаны буйынса вакцинация беренсе урында булһа, икенсе урында - төҙөкләндереү мәсьәләләре (243 мөрәжәғәт, +48). Торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағылышлы мөрәжәғәттәр өсөнсө урында (222, +30). Шулай уҡ юлдар ҙа (219, -37), социаль яҡлау темаһы ла (217, -104) көн үҙәгендә. 

12-18 июлдә Республика менән идара итеү үҙәге 3 304 мөрәжәғәтте эшкәрткән:1633 мөрәжәғәт «Инцидент-менеджмент» аша килһә, 1671 – кире бәйләнеш платформаһы аша. Сағыштырыу өсөн: бер аҙна элек 4027  мөрәжәғәт эшкәртелһә, бер йыл элек ошо уҡ осорҙа - 1186 мөрәжәғәт.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова