+27 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар

Маҡсат - мәғарифты үҫтереү

22–23 июлдә Бөтә Рәсәй халыҡ фондының Үҙәк штабы етәксеһе, «Сириус» мәғариф үҙәге директоры Елена ШМЕЛЕВА Башҡортостанға киләсәк.

Маҡсат - мәғарифты үҫтереү

 

Эш сәфәренең маҡсаты - «Сириус» мәғариф үҙәгенең төбәк селтәре эксперттары, фән өлкәһе вәкилдәре, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре менән Рәсәйҙә, атап әйткәндә, Башҡортостанда мәғарифты үҫтереү, төбәк-ара бәйләнеште нығытыу мәсьәләләрен тикшереү.

Эш планына Өфө дәүләт нефть - техник университеты, «Аврора», Рима Баталова исемендәге БР спорт әҙерлеге үҙәктәрендә осрашыуҙар индерелгән.

 

Шулай уҡ Елена Шмелева «МногодетОК» ғаилә фестивалендә, "Фән һәм мәғарифтың йәш лидерҙары: Башҡортостан Республикаһының таланттары өсөн көрәш стратегиялары" сессияһында ҡатнашасаҡ.

 

Сәфәр мәлендә ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм педагогик колледждар директорҙары менән осрашыу ҡаралған.

Автор:Лилиә Хәлитова