+21 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар

Һәләтһеҙ бала булмай

БР балалар һәм йәштәр араһында һәләт һәм талантты асыҡлау, хуплау һәм үҫтереү "Аврора" белем биреү үҙәге директоры Айҙар Сәйғәфәров әйтеүенсә, Елена Шмелева педагог һәм ата-әсәләрҙән торған эксперттар төркөмө менән осрашасаҡ.

Һәләтһеҙ бала булмай

- Беҙ бөтә республика балалары менән эшмәкәрлек алып барабыҙ. Былтыр, мәҫәлән, беҙҙең аудиторияла 30 мең кеше иҫәпләнде. Үҙәктә фән, спорт, сәнғәт һәм музыка йүнәлештәре буйынса теләгән һәр бала шөғөлләнә ала. Был дүрт йүнәлештең береһендә бала мотлаҡ, үҙешмәкәр кимәлдә булһа ла, һәләткә эйә. Беҙ уға һөнәри кимәлгә сығырға ярҙам итәбеҙ, быға тәжрибәле уҡытыусылар менән дәрестәр булышлыҡ итә. Үҙәк проекттары барыһы өсөн дә бушлай, - тип һөйләй Айҙар Сәйғәфәров.  

Автор:Лилиә Хәлитова