Ярлы өндәшмәй генә ташты кеҫәһенә һалып алған. Үҙ алдына былай тип уйлаған, ти:
– Был ташты байға кире бәреү мөмкинлеге сыҡҡанға тиклем үҙемдә йөрөтәсәкмен.Һәм... ғүмер буйына тиерлек кеҫәһендә йөрөткән. Әлбиттә, ошо таш иҫенә төшкән һайын күңеленә лә ауыр булып киткән.
Бер ваҡыт, ниһайәт, байға таш бәреү форсаты сыҡҡан: уны енәйәттә ғәйепләп, төрмәгә япҡандар. Ярлы байҙы төрмәгә алып китеп барғанда осратҡан. Ташты кеҫәһенән сығарып бәрергә генә ниәтләгәндә, ҡулдары бығаулы, йөҙө ҡомһарған кешене күреп, бик йәлләгән. Билдәле инде, ташлы ҡулын элекке бай яғына һелтәргә ҡыйыулығы етмәгән. Йылдар дауамында кеҫәһендә йөрөтөлгән таш, шулай итеп, ергә төшкән.
– Йә, Хоҙай! Бай булды, башҡаларға баҫым һәм йоғонто яһай ала ине, ә хәҙер ул бик йәл. Мин ниңә был ташты йөк итеп йөрөттөм икән? Бушҡа... – тип үкенгән ярлы.
Риүәйәттең мәғәнәһе шунда: йөк күтәрерҙән, асыу һаҡларҙан, маҡсат ҡуйырҙан алда, мең ҡат уйлағыҙ. Хәйер, уйлаған хәлдә лә, барыһының да бушҡа булыуы ихтимал шул...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.