

Ауырғазы районының Кәлсер-Буран ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Дилиә Тимербулатова Дүртөйлө ауылы янындағы ҡаялар тураһында яҙҙы. Уларҙың иң билдәлеһе - Бабайташ. Ҡаяларға барып етеүе ауыр түгел: юл күрһәткестәре бар, урындағы халыҡ та юлды күрһәтәсәк.
Дилиә Тимербулатова Ауырғазы йылғаһының да фотоһын һалған, Ҙур Аҡташ тауы, шишмәләр менән таныштырған.
Отставкалағы полковник, Башҡортостандың элекке баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов Әхмәр ауылы янындағы Вертолет мәмерйәһе хаҡында яҙған: "Республиканың иң оҙон гипс мәмерйәһе Ауырғазы районында урынлашҡан. Мәмерйәгә юл һәйбәт, уны барып күреп, республикабыҙҙың, тәбиғәтебеҙҙең гүзәллегенә хайран ҡалып ҡайтырһығыҙ".
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: билдәле блогер Рәис Ғәбитов башлап ебәргән акция Башҡортостанда эске туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Туристар онлайн марафонда ҡатнашып, төрлө приздар ота ала - «Патриот» хәрәкәте 27 бүләк әҙерләгән.
Бүләктәр йәй буйына һәр заданиены үтәгән һайын уйнатыла.
Төп супер-приз - республика шифаханаларының береһенә ике кешелек юллама.
Был турала тулыраҡ хәрәкәттең ВКонтакте һәм Instagram (@algapatriot) аккаунттарында уҡырға мөмкин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.