Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июля 2021, 17:05

Владимир ҡалаһында милли сәнғәт фестивале үтте

 Унда урындағы башҡорт йәмәғәтселегенең әүҙем ағзалары ла ҡатнашты.  

Владимир ҡалаһында милли сәнғәт фестивале үттеВладимир ҡалаһында милли сәнғәт фестивале үтте
Владимир ҡалаһында милли сәнғәт фестивале үтте

Төбәктең башҡорт йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Лиана Әхмәтшина башланғысы менән майҙанда милли кәсеп күргәҙмәһе ойошторолдо. Владимир башҡорттарының үҙенсәлегенә әйләнгән биҙәүес - семәрле күн беләҙектәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. Фестивалдең тамашасылары төп сәхнәлә башҡорт бейеүен дә күҙәтеп, милләтебеҙҙең сәнғәт өлгөләре менән таныша алды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас