

Салауат ҡалаһында "күңелле ялдар" ҡан ҡойош менән тамамлана. Бер көндә ҡала дауаханаһына ике ирҙе ауыр йәрәхәт менән алып килгәндәр. Тәүге осраҡта 43 йәшлек уҙаманды ҡатыны арҡаһына бысаҡ менән сәнсеп үтерергә теләгән. "Бәхәстә үҙенең хаҡ булмауын аңларға теләмәне," - тип аңлатҡан ул үҙ ҡылығын.
Шулай уҡ 35 йәшлек ҡатын да енәйәттә ғәйепләнә. Ул иһә тормош иптәшен әхирәтенән көнләшкән.
Әлеге ваҡытта был енәйәттәр буйынса тикшереү эштәре бара. Ике осраҡта ла ғаилә пары иҫерек булған. Эскелектең ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүенә асыҡ миҫал, фәһем алырға ғына кәрәк.