

22 июль бында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Альберт Ҡоҙаяровтың (1951-2020) иҫтәлегенә арналған күргәҙмә асыла.
Экспозицияла билдәле ҡыл ҡәләм оҫтаһы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, "АКварель" арт-студияһы етәксеһе булған Альберт Шамил улының "Минең Башҡортостаным", "Минең Өфөм", "Салауат" серияларына ингән картиналары һәм дуҫтарының, уҡыусыларының портреттары тәҡдим ителәсәк.