+22 °С
Ямғыр


Иглин районының Кләш ауылы янында снаряд табылған. Уға баҫыу эштәре барышында урындағы тракторист юлыҡҡан. Сәйер табышының нимә икәнен аңламаһа ла, ул махсус хеҙмәт саҡыртҡан.
Асыҡланыуынса, был шартлатҡыс граждандар һуғышы осоронан ҡалған. Ул барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, ауылдан ситтә урынлашҡан карьерҙа юҡ ителгән.