Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июль 2021, 12:19

Белорет районы Ҡолмас ауылына - 100 йыл

Ошо айҡанлы унда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте.  

Белорет районы Ҡолмас ауылына - 100 йылБелорет районы Ҡолмас ауылына - 100 йыл
Белорет районы Ҡолмас ауылына - 100 йыл

Бер быуатлыҡ ауылдың тарихы күпкә боронғораҡ һәм байыраҡ: ул Собханғол ауылына барып тоташа. Был ауыл XVIII быуаттан билдәле. 1833 йылда заводчик Пашковтар алдаҡ юл менән ерҙәрен тартып алғас, Собханғол халҡы икенсе урынға күсергә мәжбүр була. Уларҙың бер өлөшө Урман-Рәүәт ауылына нигеҙ һала. 1921 йылда Урман-Рәүәттән дүрт ир-уҙаман аслыҡтан ҡотолоу өсөн ошо ергә килеп төпләнә, тары сәсә һәм Ҡолмас ауылына нигеҙ һала. Бөгөнгө байрамға уларҙың нәҫелдәре йыйылды.

Сараның рәсми өлөшндә ауылға нигеҙ һалыусыларға таҡтаташ һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарға һәйкәл асылды. Артабан ҡунаҡтар концерт ҡараны, аралашты, иҫтәлектәр менән уртаҡлашты.

Байрам хөрмәтенә рус телендә яҙылған "Это наше наследие" тигән китап сығарылды. Авторы - мәғариф ветераны Ринат Шәйбәков.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас