Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2021, 06:15

Мин үҙем башҡорт ауылында, Тыуып үҫкән бер бала...

Хәбәрсебеҙ Гөлнур Ҡыуатова: "Бөгөн Бишбүләк районының Айыт ауылында башҡорт шағиры, милли хәрәкәт эшмәкәре, журналист Ярлы Кәрим (Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримов) ижадына арналған сара - ғилми-ғәмәли конференция башланды. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты менән берлектә Бишбүләк районы хакимиәте ойоштора. Сара бер минут тынлыҡ менән башланды"

Мин үҙем башҡорт ауылында,  Тыуып үҫкән бер бала...Мин үҙем башҡорт ауылында,  Тыуып үҫкән бер бала...
Мин үҙем башҡорт ауылында, Тыуып үҫкән бер бала...

Белешмә:

Ярлы Кәрим – Бишбүләк районының Айыт ауылында тыуып үҫкән Һарайлы-мең ырыуы башҡорто.

1919 йылда Петроград ҡалаһын һаҡлаған башҡорт ғәскәрҙәре составында сәйәси комиссар булып хеҙмәт итә. 1920-26 йылдарҙа «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» газеталарында эшләй. Фронтта алған ауыр яраларҙан мандый алмай 36 йәшендә генә вафат була.

Ҡыҫҡа ғүмере эсендә Ярлы Кәрим сағыу ижады менән танылып өлгөрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның байтаҡ әҫәрҙәре юғалып ҡалған, ә исеме хаҡһыҙ рәүештә онотолоп торған.

Әлеге ваҡытта яҡташтары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шағирҙың яҡты иҫтәлеген тергеҙеү буйынса эштәр алып бара. 2020 йылдың 25 декабрендә Айыт ауылының күп функциялы үҙәге бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. 17 июлдә үтәсәк ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә Ярлы Кәрим исемендәге аллея ултыртыу планлаштырыла.

Конференцияла Бишбүләк районы башлығы Артур Зарипов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, "Мең ырыуы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов һәм башҡалар ҡатнаша. Докладтар менән тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Азат Ярмуллин, Рәфил Аҫылғужин, яҙыусылар Лариса Абдуллина, Фәнис Янышев сығыш яһай. Конференциянан һуң урындағы ижади коллективтар ойошторған концерт ҡаралған.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас