

Иртән Стәрлетамаҡ районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 146-сы саҡрымында, Краснокама районынан 41 йәшлек ир "Лада Калина" машинаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 30 йәшлек ир идара иткән "KIA Rio" машинаһына барып бәрелгән. Аварияла "Лада"ның водителе менән уның 39 йәшлек ҡатыны һәләк булған.
Көндөҙ Балаҡатай районында 45 йәшлек ир "Kawasaki" мотоциклында юлдан осоп төшөп, үлемесле яраларҙан йән биргән.
Кискә ҡарай Шаран районында 53 йәшлек ир "Беларус" тракторында юлдан осҡан. Тракторсы "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем үлгән.
Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 33 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.