Дүртөйлө районында ла "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса осрашыуҙар, саралар йыш үтә.
Мәҫәлән, сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә килгән эш башлап торған тырыш кеше эре мал үрсетеүселәргә ярҙам итергә теләүен белдерҙе. Ул яһалма аталандырыуҙы ойоштороу планы менән яна. Әлбиттә, урындағы етәкселектән бер аҙ булышлыҡ кәрәк. Эшҡыуар үҙе малсылыҡ тармағында тәжрибәле белгес. Мал аҫраусыларҙан һорашып белешеүҙәр һөҙөмтәһендә ул ауылдарҙа яһалма аталандырыуға ихтыяж барлығын асыҡлаған.
Әйткәндәй, әгәр ҙә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашырға теләһәгеҙ, республиканың инвестиция порталында ғариза ҡалдыра алаһығыҙ:
https://investrb.ru/ru/
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.