Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июль 2021, 06:58

Юл фажиғәләре - 14 июль

Кисә республика юлдарында 13 автомобиль аварияһы теркәлгән, 14 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 14 июльЮл фажиғәләре - 14 июль
Юл фажиғәләре - 14 июль

Көндөҙ Дүртөйлө районында 20 йәшлек егет идара иткән "Лада Гранта" менән Илеш районынан 20 йәшлек егет идара иткән "ВАЗ-2114" машиналары бәрелешкән. "Гранта"ның водителе менән "ВАЗ"дың 42 йәшлек пассажирын дауаханаға һалғандар.

 

Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 40 иҫерек водитель тотолған.

 

Бөгөн Стәрлетамаҡ районында иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһендә "KIA Rio" менән "Лада Калина" машиналары бәрелешкән. "Лада"ның водителе менән пассажиры һәләк булған. Уларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... 

 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас