Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июль 2021, 04:10

Күнекмәгә сыҡ!

"Йәшел фитнес" бушлай зарядкалар проекты һеҙҙе көтә. Баш ҡалабыҙҙың парк һәм скверҙарында йога, фитнес, зумба, йүгереү һәм башҡалар менән шөғөлләнергә мөмкинлек бар.

Күнекмәгә сыҡ!Күнекмәгә сыҡ!
Күнекмәгә сыҡ!

Ентеклерәк мәғлүмәт zelfi.ru сайтында. Унда теркәлергә һәм күнекмәгә билет (бушлай) алырға була.

Әгәр ҙә килһәгеҙ, хатта приз оторға ла мөмкин (ноутбук, квадрокоптер, электросамокат, "аҡыллы үлсәү" һ.б.).

Өфөлә "Йәшел фитнес" Һ. Дәүләтшина бульвары, 9А йорто янында, һәр кесе йома 20.00 сәғәттә үтә.

Башҡортостанда "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. 2024 йылға спорт менән даими шөғөлләнеүселәр өлөшө 55 процентҡа (бөтә халыҡтың) етергә тейеш.

Фото: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан.

Күнекмәгә сыҡ!
Күнекмәгә сыҡ!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас