Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июль 2021, 12:27

Башҡортостанды һайла һәм шифаханаға юллама от!

«Патриот» республика йәмәғәт хәрәкәте "Башҡортостанды һайла" (#выбирайБашкортостан) онлайн-марафоны сиктәрендә туристар өсөн файҙалы 27 приз булдырған.

Башҡортостанды һайла һәм шифаханаға юллама от!Башҡортостанды һайла һәм шифаханаға юллама от!
Башҡортостанды һайла һәм шифаханаға юллама от!

Был бүләктәрҙе 1 июлдән 20 сентябргә тиклем Башҡортостандың ҡыҙыҡлы урындары буйлап сәйәхәт итеп, квест-заданиеларҙы үтәгәндә оторға мөмкин.

Бүләктәр йәй буйына һәр заданиены үтәгән һайын уйнатыласаҡ.

Төп супер-приз - республика шифаханаларының береһенә ике кешелек юллама.

Был турала тулыраҡ хәрәкәттең ВКонтакте һәм Instagram (@algapatriot) аккаунттарында уҡырға мөмкин.

#выбирайбашкортостан флешмобы бик популяр. Шундай хэштег менән постарҙы бик күптәр үҙенең сәхифәһенә ҡуя.

Онлайн-акцияға Көйөргәҙе районының башлығы Юлай Ильясов та ҡушылып, район биләмәһендә урынлашҡан "Яҡут тоҙло сығанағы" тәбиғәт ҡомартҡыһы тураһында яҙҙы. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенән Алексей Слепнев иһә Өфөнән 40 саҡрым алыҫлыҡтағы Зәңгәр күлгә ял итергә барған. Был күлдә һыу йыл әйләнәһенә бер үк температурала. «Күлдең төбөндәге зәңгәр балсыҡ һыуға зәңгәр төҫ бирә. Күл һыуыҡ, сөнки һыу аҫты сығанаҡтары менән туҡлана", - тип яҙҙы ул Instagram аккаунтында.

Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Марданшин Кушнаренко районындағы "Самолёт" паркында булып, Кушнаренко ауылы оҫтаһы Илфир Хәйруллин яһаған таш скульптуралар тураһында һөйләне.

Башҡортостандың иң гүзәл урындары тураһында белергә теләүселәр өсөн ошо сайт булдырылған: www.туризм-рб.рф

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Башҡортостанды һайла һәм шифаханаға юллама от!
Башҡортостанды һайла һәм шифаханаға юллама от!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас