

Башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла хөрмәтенә аталған журнал 1911 йылдың июленән 1916 йылдың ғинуарына тиклем айына ике тапҡыр иҫке төрки телендә сыҡҡан.
Әле Аҡмулланың 190 йыллығын билдәләүгә арналған сараларға ярашлы, журналды ҡайтанан баҫып сығарырға әҙерләйҙәр.
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исеме айырым мәғәнәгә эйә. Аҡмулланың ижади мираҫы әҙәбиәт һәм донъяға ҡараш тарихының тотош осорон билдәләй. Тап 14 декабрҙә, Аҡмулланың тыуған көнөндә, башҡорт теле көнө билдәләнеүе осраҡлы түгел. Рәсми рәүештә был дата 2019 йылда республика Башлығы указы менән билдәләнде, – тине бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
“Аҡмулла” журналында башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ авторҙарының, шул иҫәптән билдәле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың сатирик әҫәрҙәре баҫылыр булған.
Әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары “Аҡмулла" журналының ике һаннын хәҙерге башҡорт теленә ауҙара. Проект етәксеһе Айтуған Ҡуланчин әйткәнсә, журнал текстары хәҙерге башҡорт теленән айырыла. Улар ғәрәп графикаһында яҙылған, ғәрәп теленән һәм иҫке төркиҙән ингән һүҙҙәр күп ҡулланылған.