

Мөрәжәғәттәр һаны буйынса вакцинация беренсе урында булһа, икенсе урында - социаль яҡлау темаһы (321 мөрәжәғәт, +79). Шулай уҡ юлдар ҙа көн үҙәгендә (256, +87). Төҙөкләндереү мәсьәләләре лә халыҡты борсой (195, +43). Торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағылышлы мөрәжәғәттәр иһә бишенсе урында (192, +107).
5-11 июлдә Республика менән идара итеү үҙәге 4027 мөрәжәғәтте эшкәрткән: 1584 мөрәжәғәт «Инцидент-менеджмент» аша килһә, 2443 – кире бәйләнеш платформаһы аша. Сағыштырыу өсөн: бер аҙна элек 5491 мөрәжәғәт эшкәртелһә, бер йыл элек ошо уҡ осорҙа - 1064 мөрәжәғәт.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.