

Билдәле булыуынса, проблема Яңы Черкассы полигонында сүп-сарҙың быҫҡып яныуынан башланып, һуңынан утты һүндергәс тә бөтмәгән. Сәнәғәт предприятиелары ла проблемаға "үҙ өлөшөн" индерә, ахыры.
Был мәсьәләне хәл итеүгә «Берҙәм Рәсәй» тотонмаҡсы.
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров хәбәр итеүенсә, ике аҙна эсендә нефть заводтары, Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте, Башгидрометеоүҙәк, Экология министрлығы, "Махсус автохужалыҡ", экологик йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл" ойошторолоп, проблеманы хәл итеү юлдары ҡараласаҡ, атмосфера һауаһы сифатын контролдә тотоу буйынса саралар күреләсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.