Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июль 2021, 11:00

Бөгөн – фри-картуф көнө

Ашағаныбыҙ юҡ, тимәгеҙ. "Макдоналдс"тар асылған мәлдә инеп сыҡҡанһығыҙҙыр, моғайын.  

Бөгөн – фри-картуф көнөБөгөн – фри-картуф көнө
Бөгөн – фри-картуф көнө
Бөгөн – фри-картуф көнө
Бөгөн – фри-картуф көнө

Фритюр тигән махсус һауытта ҡыҙҙырған өсөн шундай исем ҡушҡандарҙыр.

Фри картуфын бельгиялылар, беҙ уйлап сығарҙыҡ, ти, француздар, юҡ, беҙ, ти. Һуңғыларын рецепты урлауҙа ла ғәйепләйҙәр. Һәр хәлдә 1840 йылдарҙа Париж урамдарында ябай халыҡ өсөн көнбағыш майында ҡыҙҙырылған картуф киҫәктәренән торған ҡабымлыҡтар һатылған.

Баҡһаң, картуфта ҡан баҫымын төшөрөүсе кукоаминдар бар икән, әгәр ҙә гипертония менән йонсоһағыҙ, фри ашағыҙ, ти бәғзе бер белгестәр. Фри картуфын бала көткән ҡатын-ҡыҙҙар ашамаһын.

Иғтибар: бер порция фри картуфында 500 ккал!

“Ысын” фри бешереү өсөн Инноватор, Рассет Бурбон, Сантана сортлы картуф кәрәк.

2018 йылдан башлап Рәсәйҙә фри өсөн картуф махсус үҫтерелә. Тамбов өлкәһендә “Макдоналдс” ресторандары өсөн ҙур-ҙур баҫыуҙар бар.

 

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас