Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июль 2021, 08:02

Вакцина эшләтеүселәр һаны арта

   Башҡортостанда вакцинаның тәүге компонентын 739 мең кеше эшләткән.

Вакцина эшләтеүселәр һаны артаВакцина эшләтеүселәр һаны арта
Вакцина эшләтеүселәр һаны арта

  Был төбәккә алынған вакцинаның 87 проценты. Был хаҡта бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр иттеләр. 

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанға коронавирус инфекцияһына ҡаршы 850 мең доза вакцина алынған. Бөгөн тағы ла 20 мең доза вакцина килтерергә тейештәр.   

«420 мең кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.  Был иһә алынған вакцинаның  49,5 процентын тәшкил итә. Вакциналау темпы буйынса Башҡортостан  Рәсәйҙә туғыҙынсы урынды биләй, ә алынған вакцинаны файҙаланыу буйынса – 48-се урында», — тип хәбәр иттеләр кәңәшмәлә.   Дауалау учреждениеларында һәм мобиль пункттарҙа вакциналар бар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә вакциналау  темптарын көсәйтергә ҡушты.   Һүҙ, шул иҫәптән дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм ҙур предприятие эшселәре хаҡында ла бара.    

БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә,  ҙур предприятиеларҙа вакциналауға бәйле проблемалар булмаясаҡ.   Был предприятиеларҙа эшселәрҙе вакциналауҙы аҙна аҙағына  тамамларға планлаштырыла.   

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас