Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июль 2021, 11:24

"Торатау" менән "Янғантау"ҙың хәлдәре нисек?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов  оператив кәңәшмәлә геопарктарҙы үҫтереү тураһында сығыш яһаны.  

"Торатау" менән "Янғантау"ҙың хәлдәре нисек?"Торатау" менән "Янғантау"ҙың хәлдәре нисек?
"Торатау" менән "Янғантау"ҙың хәлдәре нисек?

Эш барышында ғилми һәм эксперттар берләшмәһе менән берлектә “Башҡортостан Республикаһы геопарктары һәм Башҡортостан Республикаһының геологик мираҫы тураһында”ғы закон проекты әҙерләнгән. Шулай уҡ махсус Попечительдәр советы булдырылған.

“Торатау” геопаркында визит-үҙәк төҙөлөшө тамамланған, биләмәне төҙөкләндереү, этнокомплекс булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Бынан тыш, Торатау шиханына баҫҡыс һалыу йәһәтенән проект алды эше аҙағына яҡынлаша. Төҙөлөш-монтаж ғәмәлдәрен быйыл октябргә тиклем тамамлау планлаштырыла. 2022 – 2023 йылдарҙа бында йәнә өс визит-үҙәк асыласаҡ.

“Янғантау” геопаркында эш планға ярашлы бара. Визит-үҙәк туристарҙы ҡабул итә, көн һайын экскурсиялар ойошторола. Туристар һаны икеләтә артҡан, Әй, Йүрүҙән йылғаларынан ағып төшөү айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ял көндәрендә ошо маршруттарҙа туристар һаны биш меңгә етә. "Янғантау" геопаркында өҫтөнлөклө өс капиталь төҙөлөш объекты билдәләнә: “Мәсетле” геологик музей комплексы, “Каруанһарай” этнография комплексы, “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы. Улар буйынса эште 2022 йылда тамамлау планлаштырыла. 

Рөстәм Моратов әйтеүенсә, “Торатау” геопаркы тарафынан ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара статусын алыуға тапшырылған мәғлүмәттәр Парижда тәүге тикшереүҙе уңышлы үткән. Биләмәне баһалау өсөн 15 июлдән 1 октябргә тиклем эксперттарҙың килеүе көтөлә. ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәренә яңы кандидаттарҙы индереү буйынса комиссия ултырышы, эксперттар отчетты тапшырғас, быйыл декабрҙә үтәсәк. “Янғантау” буйынса ла “1-се геопарк” брендын патентлау өсөн бөтә документтар әҙерләнгән.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас