Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июль 2021, 10:15

Субсидия ал да, глэмпинг төҙө һәм ҡунаҡ ҡабул ит

Башҡортостан Хөкүмәте тәбиғәттә уңайлы ял ойоштороусыларға ярҙам ҡулы һуҙа – субсидия биреү тәртибе раҫланған.  

Субсидия ал да, глэмпинг төҙө һәм ҡунаҡ ҡабул итСубсидия ал да, глэмпинг төҙө һәм ҡунаҡ ҡабул ит
Субсидия ал да, глэмпинг төҙө һәм ҡунаҡ ҡабул ит
Субсидия ал да, глэмпинг төҙө һәм ҡунаҡ ҡабул ит
Субсидия ал да, глэмпинг төҙө һәм ҡунаҡ ҡабул ит

Аҡсалата әйткәндә, глэмпинг ҡорорға теләүсе эшҡыуар биш миллион һумға тиклем судсидияға хоҡуҡлы. Тик аҡса алыу өсөн уның үҙендә лә арыу ғына сумма булырға тейеш.

Йәнә лә шундай талаптар бар: аҡса алыуға дәғүә итеүселәр биш йылда ойошмаһын тарҡатмаҫҡа, штраф һәм һалымдар буйынса бурыслы булмаҫҡа, эшселәренә хеҙмәт хаҡын арттырып торорға, субсидия алғандан һуң өс йыл эш урындарын күбәйтергә һ.б тейеш.

Аҡсаны БР Туризм буйынса дәүләт комитеты бүлә.

2024 йылға беҙҙә сама менән 50 глэмпинг буласаҡ. Уның концепцияһына ярашлы, һәр модулдә (конструкция) бәҙрәф, душ, электр булырға тейеш.

Глэмпинг зонаһындә кәм тигәндә ете модуль тороуы, ял майҙаны, сүп-сар контейнерҙары, ризыҡ әҙерләү урыны, туҡталҡа булыуы шарт.

“Шәмсетдин” базаһы тураһында яҙғаныбыҙ бар инде. Ундағы глэмпинг асыҡ һауалағы уңайлы палатка-өйҙәрҙән тора.

Глэмпинг – тәбиғәттә ҡунаҡхана номеры кеүек комфорт ял урыны булған кемпингтың бер төрө.

 

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас