

Тәфтишселәр енәйәт эшен асып, тикшереү башлай.
Ҡатын менән телефондан иң һуңғы шылтыратып һөйләшкән ир уның юғалыуына бер ҡыҫылышым да юҡ, тиһә лә, бер аҙҙан уның ике енәйәткә ҡағылышы булыуы асыҡлана: 2006 йылда ул айырылышҡан ҡатынын көсләй, 2020 йылда - социаль селтәрҙә танышҡан Миәкә районынан бер ҡатынды енси яҡынлыҡҡа инергә мәжбүр итә. Ҡатындар уға ҡарата ғариза яҙыуҙан баш тартҡан була.
Асылмаған енәйәттәрҙе тикшергәндә оҡшаш шарттарҙа 2007 йылда Стәрлелә 34 йәшлек ҡатындың юғалыуы, юғалыр алдынан енәйәттә шикләнелгән ир менән бәйләнештә булыуы билдәләнә.
Дәлилдәр йыйылғас, енәйәттә шикләнелгән ир үлтерелгән ҡатындарҙың бүлгеләнгән ағзаларын ҡайҙа ҡалдырғанын күрһәтә. Әммә уларҙы үлтермәнем, көсләмәнем, ти. Йәнәһе лә, 2007 йылда ҡатындан һаҡланып, уға һуҡҡан икән, ул үлгән, ә 2020 йылда ирешкәндә ҡатынға һуҡҡас, ул өҫтәлгә башы менән һуғылып, йән биргән. Имеш тә, ҡурҡышынан ҡатындарҙың мәйетен бүлгеләп, республиканың төрлө райондарына алып барып бәреп киткән.
Ләкин тәфтишселәр ирҙең енәйәттәрҙе аңлы рәүештә ҡылыуын раҫлаған: ҡатындарҙы көсләгәс, полицияға хәбәр итерҙәр, тип хәүефләнеп, уларҙы үлтергән.
Енәйәт эше тиҙҙән судҡа тапшырыласаҡ.
Фото:БР Тәфтиш комитеты.