Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июля 2021, 10:45

Һыуҙа йәнә бер кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһында фажиғәле хәл теркәлгән.

Һыуҙа йәнә бер кешенең ғүмере өҙөлгәнҺыуҙа йәнә бер кешенең ғүмере өҙөлгән
Һыуҙа йәнә бер кешенең ғүмере өҙөлгән

  62 йәшлек ир  һыуға   батып үлгән.

Билдәле булыуынса, ир кеше Кейекбай ауылы янында һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған ерҙә һыуға төшкән.

 Уның кәүҙәһен полиция хеҙмәткәрҙәре   сығарған.  Әле был бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәре асыҡлана.

 Йыл башынан алып Башҡортостанда 95 кеше, шул иҫәптән 13 бала һыуға батып үлгән.

Һыу ингәндә һаҡлыҡ сараларын күрергә онотмағыҙ!

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас