Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июль 2021, 08:05

Хуш, Фольклориада!

10 илдең  кисе Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына матур ял һәм сағыу тамаша бүләк итте.

Хуш, Фольклориада!Хуш, Фольклориада!
Хуш, Фольклориада!

 

  “Торатау” конгрес-холы янындағы майҙанда VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһына бик күп кеше: ололар, йәштәр һәм балалар ҙа  килгәйне. 19 илдең фольклор коллективтарының сығышын халыҡ алҡыштарға күмеп ҡаршы алды.     Боливия, Колумбия, Хорватия, Коста-Рика, Эстония, Индонезия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Польша, Черногория, Панама, Франция, Мексика, Румыния,  Рәсәй,  Эквадор, Швейцария, Үзбәкстан, Парагвай  илдәре артистарының бер юлы ошондай сағыу сығышын тағы ҡайҙа күрер инек әле?!  Һәр милләттең костюмдарының матурлығы, бейеү-йырҙарының үҙенсәлеклеге  мәңге онотолмаҫ матур иҫтәлек булып күңелдә ҡалыр.  

Тамашаны Пятницкий исемендәге Рус дәүләт  академия  халыҡ хоры башлап ебәрҙе.  Улар  менән бергә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илдар Аблразаҡовтың да сығыш яһаусы республика халҡы өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. “Арғымаҡ” этно-төркөмөнөң сығышын да  тамашасылар һәр саҡ  дәррәү алҡышлап көтөп ала.

Бер аҙ ғына һибәләп алған ямғыр тамсылары ла халыҡты өркөтмәне, улар рәхәтләнеп күңел асты, амфитеатр сәхнәһендә сығыш яһаусы артистарға ҡушылып бейене. Ә инде билдәле йырсы һәм музыкант Эмир Кустурица килгәс, майҙан тағы ла йәнләнеп китте.  Төрлө илдәрҙән килгән төркөмдәр ҙә халыҡ араһына сығып йыр тыңланы, бейене һәм  һәм тамашасылар менән фото төштө.

VI Бөтә донъя фольклориадаһын йомғаҡлау тантанаһы матур фейерверк менән тамамланды.  Йәйҙең матур бер көнө булып хәтерҙә ҡалыр был байрам.

Фото:Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас