

– Башҡортостандағы фольклорида – халыҡ фольклорын өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә көслө этәргес ул. Фестиваль бөтә республика өсөн халыҡ ижады байрамына әйләнде, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. – Ошо көндәрҙә мин Учалыла булдым, концерт ҡараным. Башҡортостан тағы ла бер тапҡыр ҡунаҡсыл төбәк икәнен күрһәтте, шул уҡ ваҡытта беҙҙҙә бай мәҙәниәт һаҡланған, милләт-ара дуҫлыҡ көслө. Ә энергетика! Һәр ҡалала һәм районда урындағы халыҡ ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Беҙҙең телефондарҙа иҫтәлеккә әллә күпме фотолар ҡалды. Был көндәрҙә Башҡортостан бик яуаплы миссияны башҡарҙы, Рәсәйҙе танытты. Байрам сағыу ҙа, иҫтә ҡалырлыҡ та итеп уҙғарылды. Ҡунаҡтарҙың оҫталығына хайран ҡалдыҡ, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең республикабыҙҙың мәҙәни потенциалы бай икәненә йәнә бер тапҡыр инандыҡ. Беҙҙә 120-нән ашыу милләт йәшәй, һәр береһе үҙенең мәҙәниәтенә эйә.