

Уны Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы илдең вәкилдәре алып килгән тәңкәләр биҙәне. Бөгөн уға 37-се - Рәсәй Федерацияһы символы төшөрөлгән тәңкә беркетелде.
Иҫтәлекле селтәр Башҡортостанда үткән 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы ҡомартҡыһы булараҡ республиканың Милли музейына тапшырылды.
Әйткәндәй, быйыл фольклориада символы башҡорт милли биҙәүесле асылмалы ҡурсаҡ булды.