Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июль 2021, 15:20

“Күгәрсен” позаһының файҙаһы

Һеҙ ниндәй поза тураһында уйланығыҙ? Һүрәттә бик үҙенсәлекле күренә былай.  

“Күгәрсен” позаһының файҙаһы“Күгәрсен” позаһының файҙаһы
“Күгәрсен” позаһының файҙаһы

Әммә был позаға ултырғансы (торғансы) байтаҡ тырышырға тура киләсәк.

Йогала иң матур, кем әйтмешләй, грациоз, асаналарҙың береһе ул “Күгәрсен” – “Эка Пада Раджа Капотасана”. Тәү ҡарамаҡҡа шулай, әлбиттә.

Санскриттан тәржемәләгәндә, “эка” — бер, ”пада” — үксә, “раджа” — король, “капота” — күгәрсен.

Кемдең бүһере, тубығында, тазында, яурын һөйәктәрендә, умыртҡалығының бил тәңгәлендә проблема бар, шуларға был асана ярамай.

Ә файҙалы яҡтары шундай:

Таз-бот быуындары “асыла”, бәләкәй тазда ҡан әйләнеше яҡшыра, умыртҡалыҡты һығылмалы итә, яурындар өсөн дә яҡшы.

 

Фото: vk.com

“Күгәрсен” позаһының файҙаһы
“Күгәрсен” позаһының файҙаһы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас