Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июль 2021, 08:44

БР Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә - таксиҙа кеше ташыуҙа хәүефһеҙлек

Уны Премьер-министр урынбаҫары Рәиф Абрахманов үткәрҙе. Темаһы - такси хеҙмәттәре менән кеше ташыуҙа етешһеҙлектәрҙе булдырмау.

БР Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә - таксиҙа кеше ташыуҙа хәүефһеҙлекБР Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә - таксиҙа кеше ташыуҙа хәүефһеҙлек
БР Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә - таксиҙа кеше ташыуҙа хәүефһеҙлек

 

Әле республикала еңел автомобиль таксиҙарында пассажирҙарҙы ташыуға 5021 рөхсәт бирелгән,уларҙың 511-е "Ларгус"тарға тура килә. Тармаҡтағы төп проблемаларҙың береһе - хеҙмәттәрҙе сифатһыҙ башҡарыу. Быға легаль түгел ташыусылар ҙа инә. Ошо сәбәпле, тиҙҙән бар район-ҡалаларҙа рейд саралары уҙасаҡ. ЮХХДИ белдереүенсә, йыл башынан төбәктә алыҫ араларға йөрөгән "Ларгус"тарҙа ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа алты кеше үлгән, 10-һы төрлө йәрәхәт алған. 

Килеп тыуған хәлде иҫкәртеү һәм яйлау маҡсатында рейд саралары уҙа. Былтыр ғына легаль түгел ташыусыларҙың 27 еңел таксиһына арест һалынған. Быйыл иһә алты арест булған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар шәхси ташыусыларҙы айырыуса ныҡ тикшерә башлаясаҡ. 

Бер юлы таксиҙарҙы дәүләт органдары ла нығыраҡ ҡараясаҡ. Рейс алды медицина тикшереүе, автомобилдәрҙең техник торошон ҡарау ҡәтғиләшәсәк. Даими эш төркөмө булдырылып, ул такси хеҙмәттәрен, шул иҫәптән Өфөләге хәлде тикшерәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас