Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июль 2021, 04:15

Бәпес иҫән-һау тыуған

Ошо көндәрҙә Өфөнөң 3-сө бала тыуҙырыу йортонда үтә лә ҡатмарлы операция эшләнгән.  

Бәпес иҫән-һау тыуғанБәпес иҫән-һау тыуған
Бәпес иҫән-һау тыуған
Бәпес иҫән-һау тыуған
Бәпес иҫән-һау тыуған
Кесарев ысулы менән бала табырға бер ҡатынды килтергәндәр. Тик уның йөклөлөгө ауыр үткән, ҙур миоматоз төйөндәр ҙә булған. Табиптарға пациенттың репродуктив ағзаларына зыян килтермәйенсә төйөндәрҙе алып, сабыйға иҫән-һау донъяға килергә ярҙам итеү бурысы ҡуйылған.
Был әмәлиәт бик ҡатмарлыларҙан иҫәпләнә. Сөнки аналыҡҡа зарар килтермәү үтә ҙур иғтибар һәм оҫталыҡ талап итә. Күп осраҡта ҡатын бындай операциянан һуң бала таба алмай. 
 
Был юлы барыһы ла яҡшы үткән, операцияны профессор Әлфиә Ящук етәкселегендәге табиптар төркөмө яһаған. Ҡатын, әгәр теләһә, тағы ла әсәй була аласаҡ.
 
 
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас