Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июль 2021, 06:05

Яңғыҙ, кешеләрҙән айырым йәшәү күпкә отошлораҡ

Башҡортостанда ташландыҡ ауылда йәшәүсе ир-уҙаман ошондай фекерҙә.

Александр һикһәненсе тиҫтәһен ваҡлай. Быға тиклем ул әсәһе менән Инйәрҙә йәшәгән була. Ғәзиз кешеһе 2013 йылда донъя ҡуйғандан һуң, Иҫке Мәнәү ауылына күсә һәм бөгөнгө көнгәсә йәшәй.
Ир ауылға килеп төпләнгән ваҡытта бер нисә йортта кешеләр йәшәгән булған, хәҙер бер кем дә ҡалмаған - кемдер күскән, кемдер вафат булған.

Оло йәштәге Александр хәҙер яңғыҙы ғына көн күрә. Уның эттәре, бесәйҙәре бар. Йәй көнө ауылға айыу килә, шулай ҙа бүреләр йышыраҡ йөрөй, ти. Бында бәйләнеш, электр юҡ.
Кешелектән айырылған Александр аҙнаһына бер тапҡыр йәйәүләп күрше ауылға почтаға һәм аҙыҡ-түлек алыу өсөн магазинға бара. Бөгөн көнүҙәк булған сирҙәр хаҡында ла белмәй, кешеләргә кире ҡайтырға ла уйламай.
Фото: Т. Аманов
Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас