

“Роспотребнадзор”-ҙың Башҡортостан идаралығы белгестәре өс районда – Стәрлебаш, Ауырғазы, Ғафури райондарында норманан тайпылыуҙар теркәгән.
Мәҫәлән, Стәрлебаштағы Баҡый ауыл хакимиәтендә, Ауырғазы районында - Кәбәс һәм Ғафури районында Ҡауарҙы ауыл хакимиәттәре биләмәһендә етешһеҙлектәр асыҡланған.
Был һыу, ысынлап та, бысраҡ, тигәнде аңлатмай. Белгестәр билдәләүенсә, үрҙә һаналған биләмәләрҙә йә һыу сифаты контроле ойошторолмаған, йә эсәр һыу объекттары һаҡланмай, йә биләмә кәртәләнмәгән.
Фото: Т. Аманов.