Бөтә донъя аллергияға ҡаршы көрәш көнө кешегә һәр саҡ тикшерелеп тороу кәрәклеген иҫкә төшөрөү һәм аллергия бәләләренә йәмғиәттең иғтибарын йүнәлтеү өсөн булдырылған.
Иң яҡшы дауа – профилактика, тиҙәр бит әле. Беҙҙә, үкенескә күрә, кеше йығылмайынса, ҡаты ауырып китмәйенсә табипҡа бармай. Үҫешкән илдәрҙә һәр кем йыл һайын медицина тикшереүе үтеп тора. Беҙҙә лә шуны ғәҙәт итеп алырға кәрәк.
“Аллергия” төшөнсәһен 1906 йылда бер балалар табибы әйләнешкә индереп ебәргән. Әммә был сырхау тураһында тәүге мәғлүмәттәр Боронғо Мысырҙа осраған.
Аллергияны ентекләп XIX быуатта ғына өйрәнә башлағандар.
Рәсәй халҡының – 1/3 (30 – 35 проценты) һәм балаларҙың ¼ (25 проценты) өлөшө аллергия тыуҙырған сирҙәрҙән яфалана.
Аллергия ҙур ҡалаларҙа йыш теркәлә.
Ерҙә иң таралған хроник сир – бронхиаль астма.
Аллергия талпандарҙан, бөжәктәрҙән, сәскәләрҙән, үләндәрҙән, малдарҙан, консерванттарҙан, дарыуҙарҙан булыуы ихтимал. Унан дауаланыу өсөн антигистамин препараттар ҡабул итәләр.
Аллергиянан шулар осрай: баш ауыртыуы, йоҡоһоҙлоҡ, хәтер насарайыуы, нервылар системаһының көйһөҙләнеүе.
Иғтибар: үҙегеҙҙә бығаса һиҙелмәгән саҡ ҡынаүҙгәреш тойҙоғоҙмо, табипҡа күренергә ашығығыҙ!