Сәғәт 3-тә Ауырғазыла - Боливия, Греция, Панама, Ҡаҙағстан, Испания, Ҡырмыҫҡалыла - Словакия, Болгария, Колумбия, Австрия, Рәсәй, Нефтекамала - Әзербайджан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Парагвай, Бенин коллективтары тамаша ҡуясаҡ.
Сәғәт 4-тә асҡындар Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румынияны ҡабул итәсәк.
Район-ҡалаларҙың ижади коллективтары ла йырлы-моңло күстәнәсен өләшәсәк.
Киске сәғәт 6-ла иһә Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холы түбәнендәге майҙансыҡта Индонезия, Польша, Мексика сығыш яһаясаҡ. Унда Ulytau ҡаҙаҡ этно-рок төркөмө лә буласаҡ.
Бер юлы БР Милли музейына барырға онотмағыҙ. Унда донъя халыҡтарының битлектәре һәм музыка ҡоралдары күргәҙмәһе асылған. Ул бушлай, битлек кейергә онотмағыҙ.