Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июль 2021, 08:30

"Арғымаҡ"тар Беренсе каналдың тура эфирында сығыш яһаны

Беҙҙең этно-рок төркөмө Мәскәүҙең Горький паркында "Доброе утро" студияһында "Байыҡ" композицияһын башҡарҙы. "Арғымаҡ"ты ойоштороусы һәм алмаштырғыһыҙ етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙанов тапшырыуҙы төшөргәндә әле Башҡортостанда барған VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында һөйләп үтте.

Белешмә:
"Арғымаҡ" төркөмө республиканың этник музыка флагманы тип һанала. 2016 йылда улар Мексикала уҙған V Бөтә донъя фольклориадаһында Рәсәй илселәре булды.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас