Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июль 2021, 05:40

Японияға беҙҙән ике генә спортсы барасаҡ

23 июлдән Токиола башланасаҡ Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһының тулы составы билдәле булды.

Унда Рәсәйҙән 335 спортсы, 150 ир-ат һәм 185 ҡатын-ҡыҙҙың барыуы көтөлә. Улар араһында Башҡортостандан рапира буйынса Олимпия уйындары чемпионы һәм дә бронза миҙал призеры Тимур Сафин менән фехтованиенан Аделина Заһиҙуллина бар. Шуныһы бар: Сафин командаға запас спортсы булып алынған.
Фото: ТАСС.
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас