Кушнаренко районынан пенсионер интернет аша «питбайк Кайо» мотоциклын һатып алып, уны ейәненә бүләк итергә ниәтләп, һатыусыға шылтыратҡан. Уның менән һөйләшкәс, һатыусының банк иҫәбенә 28 мең һум аҡсаһын күсергән. Тик, үкенескә, олатай - аҡсаһыҙ, ейән мотоциклһыҙ тороп ҡалған, сөнки һатыусы бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған.