Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июль 2021, 04:00

Алып килгәнһең икән, алып та кит!

Ғафури районының "Еҙем" тәбиғәт паркында туристик өмә үтте. Бындай сараларҙы йолаға әүерелдерергә кәрәктер.

"Алып килгәнһең икән - алып кит!" тигән акция "Экология" милли проектының "Таҙа һыу" йүнәлеше мкаҡсаттарына ирешеү өсөн ойошторолдо. Ирекмәндәр, студенттар, ғөмүмән, битараф булмаған һәр кем, Еҙем йылғаһы буйын таҙартты.
"Кеше тәбиғәткә зыян килтерергә тейеш түгел, әлбиттә, үҙенең артынан сүп-сар ҙа ҡалдырмаҫҡа бурыслы", ти өмәлә ҡатнашыусылар.
Әйткәндәй, Ташаҫты ауылынан Киндерле мәмерйәһенә тиклем һәм Толпар ауылынан "Күлтамаҡ" турбазаһына тиклемге арауыҡта биш кубометр ҡый-һай йыйылған.
Фото: Ғафури районы хакимиәте сайтынан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас