Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июль 2021, 17:48

Һалым буйынса бурыстарығыҙ юҡмы?

Һалым инспекцияһы 15 июлгә тиклем килемгә һалым түләргә кәрәклеген иҫкәртә.

Әгәр кеше күсемһеҙ милекте йәки автомобилде һатыуҙан, мөлкәтте ҡуртымға биреүҙән, лотереяла отоштан килемгә эйә булһа, яҡын булмаған туғандарынан ҡиммәтле бүләктәр (күсемһеҙ милек, транспорт, акциялар, пайҙар), сит илдән килем алһа, һалым түләй.
Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, адвокаттар 15 июлгә тиклем килемгә һалым түләргә тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас