Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июль 2021, 17:13

Юл эшсеһен машина тапаған

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамында юл ремонтлаған 45 йәшлек юл эшсеһен 30 йәшлек водитель тапаған.

Daewoo Nexia водителенең танытмаһы юҡ. Ул кешене төрттөргәндән һуң алда торған ГАЗ машинаһына ла бәрелгән.
Ауыр яраланған юл эшсеһе дауаханала.
Фото: БР ЮХХДИ.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас