Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июль 2021, 15:35

Янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәре, үҙ өйө яныуы тураһында хәбәр ҡабул иткән

Был ваҡыт уның йортонда ҡатыны һәм биш балаһы була.

Рәфис Фәзлиәхмәтов янғын һүндереү бүлегендә 16 йыл эшләй. Тик яңыраҡ ул Миңеште ауылында үҙ йорто яныуы хаҡында хәбәр ала. Билдәле булыуынса, йортто йәшен ата. Көслө ут ихаталағы барлыҡ ҡаралтыны ялмап ала. Ярай әле әсә кеше йоҡламаған була, ул баларын янғындан сығара. Ғаиләнең барлыҡ йорт-ҡаралтыһы янып бөтә. Күп балалы ғаиләгә хеҙмәттәштәре ярҙам күрһәтә. Зыян күреүселәргә 250 мең һум аҡса йыйып бирә. Урындағы хакимиәт иһә яңы йорт төҙөү өсөн төҙөлөш материалдары менән ярҙам итергә вәғҙәләй. Фото: Т. Аманов
Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас