Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июля 2021, 16:40

Ретро трамвайҙа йөрөгөгөҙ киләме?

Тиҙҙән ретро вагонлы трамвайҙар Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы тарихи урындар буйлап йөрөтәсәк.

Был хаҡта Екатеринбургта уҙғарылған “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә килешеү төҙөлдө. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Уралвагонзавод” концернты стендын ҡарап сыҡты һәм холдингтың генераль директоры Александр Потапов менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. – Бөгөн “Уралвагонзавод”ында ғәҙәти булмаған ретро-трамвай эшләгәндәрен күрҙем. Күргәҙмәнән һуң Өфөнөң 450 йыллығына ошондай вагондар һатып алыу мәсьәләһен тикшерәбеҙ. Биш трамвай һатып алыуға килешеү төҙөйбөҙ. Улар Өфөнөң тарихи өлөшөндә йөрөп, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ташыясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Т. Аманов
Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас