Ғалимдар асыҡлауынса, дөрөҫ ризыҡтарҙы тәбиғәт бирә, дөрөҫ түгелдәрен завод-фабрикаларҙа, комбинаттарҙа етештерәләр.
Ит (хәләл ит тураһында һөйләйбеҙ, ҡош-хайуандар ҡояшта йөрөй, үлән ашай, тик сосиска, колбасалар иткә инмәй)
Ашарға яраҡлы (хәләл) хайуандарҙың эске ағзалары (бауыр, бөйөр, йөрәк)
Балыҡ (яһалма үҫтерелмәгәне, әлбиттә)
Йәшел үләндәр (тәбиғәттәге булһа, яҡшыраҡ)
Йәшелсәләр (сәнәғәт теплицаларында түгел, ә ғәҙәти тупраҡта үҫтерелгәне)
Һөт (порошок тураһында һүҙ бармай – һауып алынғаны)
Йомортҡа (бөгөн хатта хәләл йомортҡалар бар)
Сыр (өй шарттарында яһалғаны һәм пальма майы ҡушылмаған сифатлыһы)
Еләк-емеш (уларҙы миҙгелендә әҙерләп, киптерһәң, бик файҙалы, ти белгестәр)
Сәтләүектәр (ашарҙан 6 – 10 сәғәт алда ебетергә икән, фитин кислотаһын нейтралләштереү өсөн)
“Дөрөҫ булмаған” аҙыҡ-түлектәр:
Икмәк (их, ҡайҙа икән яҡшы ондан, ГОСТ буйынса бешерелгән әпәкәйҙәр?!)
Тәмлекәстәр (магазиндан һатып алынғанына нимә ҡушҡандарын аныҡ ҡына беләһегеҙме?)
Шәкәр (уны күп ҡулланһағыҙ, тәбиғи аҙыҡ-түлектең тәмен тоймаясаҡһығыҙ)
“Ялған ит” (сосиска, колбаса, ветчина, быҡтырылған консервалар – ысын ит арзан продукт менән алмаштырыла)
Майһыҙландырылған аҙыҡ-түлек (май менән бергә ризыҡтан файҙалы матдәләр ҙә алына, мәҫәлән, майһыҙландырылған йогурттың бер файҙаһы ла юҡ).
Үҙегеҙ уйлағыҙ инде шунан, нимә ашарға кәрәк?