Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә Өфөнән Гөлнур Шафиҡова поликлиникаға прививка эшләтергә алып барыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Уның үтенесен ирекмәндәргә еткергәндәр. Улар иһә ҡатынды поликлиникаға тиклем оҙатып, анкетаһын һәм документтарын да тултырырға ярҙам иткән. Һуңынан өйөнә тиклем алып ҡайтып ҡуйғандар.
Колл-үҙәктең координаторы Гөлшат Мөхәмәтшина билдәләүенсә, көн һайын ҡыҙыу линияға 100-ҙән ашыу мөрәжәғәт була, шуларҙың яртыһынан күбе коронавирус инфекцияһы, вакциналау һәм ПЦР-тестҡа бәйле. Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә яуапһыҙ ҡалмай. Әйткәндәй, унда иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 һандары буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин.