273 иҫерек водитель тотолған (йыл башынан алып 6816 кеше эскән килеш машина йөрөткәндә тотолған).
Республикала былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары һаны артҡан: ғинуарҙан алып юлдарҙа 192 кеше һәләк булған (былтыр - 175 кеше).
Шул уҡ ваҡытта дөйөм юл-транспорт ваҡиғалары һаны кәмегән - йыл башынан алып 1635 осраҡ теркәлгән (былтыр 1683). Яраланыусылар һаны ла кәмегән (былтыр 2119 кеше яраланһа, быйыл 2034 кеше).