Күкрәк балаһы әсәһен имгәндән һуң үҙен насар тоя башлай. Сабыйҙың тәне ҡороша, ирендәре күгәрә һуңынан бөтөнләй иҫен юғалта. Самолетта медицина белеме булған бер кем булмай. Балаға "Тиҙ ярҙам" саҡырталар. Улар килеп еткәнсе, бортты оҙатыусы Наталья Ананских сабыйға үпкә-йөрәк реанимацияһын эшләй. Һөҙөмтәлә ул аңына килә. Табиптар әйтеүенсә, түге ярҙам дөрөҫ күрһәтелгән. Баланың ата-әсәһе Наталья Ананскихҡа үҙ рәхмәттәрен еткерә.