Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июль 2021, 07:20

Бөгөн – Бөтә донъя үбешеү көнө

Үәт, исмаһам, һәйбәт көн! Әйткәндәй, үбешеү тураһында фән барлығын беләһегеҙме? Ул нисек атала?

Үбешеү тигәс тә, тик иренгә-ирен, егет менән ҡыҙ (ир менән ҡатын) үбешеүе тип кенә уйламағыҙ тағы.
“Әп” итеү менән төрлө тойғоно белдерергә була: баланы һөйөүҙе, ныҡлы дуҫлыҡты, ихтирамды, һағыныуҙы, әлбиттә, ғашиҡлыҡ хисен...
Үбешеү көнө XIX быуат аҙағында Бөйөк Британияла башланғыс алған. Бер быуаттан БМО (ООН) уға халыҡ-ара статусы биргән.
Нимәһе ҡыҙыҡ: донъяла был көндө иң дәртле, иң хисле, иң оҙаҡ, иң романтик, иң наҙлы үбешеүгә конкурс ойошторалар, имеш.
Ҡыҙыҡлы факттар
Филематология – үбешеү тураһында фән.
Кеше организмы үбешкәндә һәм пулялы ҡоралдан атҡанда бер үк гормон бүлеп сығара.
Ҡайһы бер илдә үбешергә яратмайҙар. Мәҫәлән, папуастар, эскимостар, Бали утрауында йәшәүселәр тойғоларын танау осо менән тейешеп кенә белдерә.
Африкала шуға ышаналар: баҡһаң, үбешкәндә бер кешенең йәне икенсеһенә күсеүе ихтимал, имеш.
Үбешкәндә пульс һәм йөрәк тибеше ике тапҡырға йышая.
Фото: vk.com
Читайте нас